Ашлыҡ бурала күренә
Һауа шарттарының үтә тотороҡһоҙ тороуы, берсә ямғыр яуып, берсә көндәрҙең аяҙытып ебәреүе аграрийҙарға ураҡты тамамларға ҡамасаулай.
Һауа шарттарының үтә тотороҡһоҙ тороуы, берсә ямғыр яуып, берсә көндәрҙең аяҙытып ебәреүе аграрийҙарға ураҡты тамамларға ҡамасаулай. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, урып-йыйыу эштәре район буйынса 94 процент тәшкил итә. Күптәр үткән аҙналарҙағы аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға тырышты һәм ураҡҡа нөктә ҡуйҙы. Татлыбайҙан “Радик Ишмуллин” һәм Һаҡмарҙан “Илфат Сәфәрғәлин” КФХ-лары ла мөһим кампанияны ойошҡанлы атҡарып сыҡты.
“Р.И. Ишмуллин” КФХ-һы районда тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы эре хужалыҡтарҙан һанала. Быйылғы ауыл хужалығы кампанияларын да предприятие дәррәү атҡарып сыҡты һәм ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләне, йылына күрә яҡшы уңыш йыйып алды. Барлығы 490 тонна сенаж, 410 тонна бесән, 280 тонна фураж әҙерләп һалды. Мал аҙығы базаһын тулыландырыу маҡсатында фермерға сит райондарҙа ла мал аҙығы әҙерләргә тура килде. Тырышлыҡ бушҡа китмәне – быйылғы ҡышты хужалыҡтың малсылыҡ тармағы имен сығасаҡ. Һалам туплауға ла ныҡлы иғтибар йүнәлтелде, әлегә ул 210 тонна тупланған. Әйткәндәй, һаламды ферма ихатаһына ташыу дауам итә, был эштә механизаторҙар Дим Нәбиев, Ислам Биктимеров һәм Фарил Биктимеров, тейәүҙә Ғәлим Юланов, өйөп-тапауҙа Ғәйфулла Кинйәбаев фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Хужалыҡтың иген культуралары майҙандары 700 гектарҙы биләп, шуның 342 гектарын арпа, 273 гектарын бойҙай һәм ҡалғанын һоло тәшкил итте. Шуныһы һөйөнөслө, төшөм йылына күрә насарҙан булманы – гектар ҡеүәте уртаса 12 центнер булды. Урып-йыйыу эштәрен предприятие үҙ көсө менән атҡарып сыҡты, ураҡҡа 3 берәмек ДОН-1500 Б комбайны йәлеп ителде. Комбайнсылар Ғәйнислам Абдуллин, Йәҙгәр Шәрипов һәм Николай Русов һынатманы. Ашлыҡты ташыуҙа КамАЗ автомашинаһында Рәфис Ишмуллин, механизатор Фәтих Дауытов яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Иретеп йәбештереүсе Азат Ҡунаҡҡолов һәм игенселәрҙе аш-һыу, яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар менән тәьмин итеүсе Нур Ғүмәров баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Ашнаҡсы Алһыу Аллабирҙина игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрҙө.
Предприятиеның башҡа участкаларында ла эш яҡшы ойошторолған, бер үк ваҡытта малсылыҡ базаларын ҡышҡа әҙерләү аҙағына яҡынлаша.
“И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағында яҡшы үҫешкә өлгәшкән хужалыҡтарҙан һанала. Ер эшкәртеүгә даими иғтибар бүлеү, тейешле технологияларҙы файҙаланыу, матди-техник базаны йылдан-йыл нығытыу үҙенең тос емештәрен бирә. 300 гектарҙа үҫтерелгән иген һәм мал аҙығы культураларынан хужалыҡ быйыл да яҡшы уңыш үҫтереп алды, арпа – 18, һоло 20 центнерҙан бирҙе. Был иһә ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыу, киләһе миҙгелгә етерлек орлоҡ һалыу мөмкинлеге бирҙе. Барлығы 800 тонна сенаж, 250 тонна бесән һәм 200 тонна фураж һалынды. Әйткәндәй, мал һаны бында тотороҡло арта бара, әле ул 200 башҡа етте. Бынан тыш, 50 баш йылҡы аҫрала.
Урып-йыйыу эштәрендә комбайнсы Зәбир Баймөхәмәтов, механизатор Ирек Баймөхәмәтов, ташыуҙа водитель Игорь Кичигин иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Мал аҙығы әҙерләүҙә Хәкимйән Мәһәҙиев башҡаларға үрнәк күрһәтте.
Әле хужалыҡта малсылыҡ базаларын ремонтлау дауам итә, ер эшкәртелә. Быйыл ул 350 гектарҙы тәшкил итәсәк.
Последние новости

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»
Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!
Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто
Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).
История «Победы»: от кино к театру
Одно из знаковых мест северной части Уфы – бывший кинотеатр «Победа» . Первый камень в основание его фундамента заложили 80 лет назад – 9 мая 1945 года .