Поздравление главы Администрации МР Бурзянский район Абдуллина Р.М. с Международным женским днем

  Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың иң матур байрамы – Халыҡ-ара катын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

  Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың иң матур байрамы – Халыҡ-ара катын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Элек-электән ҡатын-ҡыҙ образы беҙҙең халыҡта әхлаҡи идеал булған, юҡҡа ғына гүзәллек һәм аҡыл, түҙемлек һәм сабырлыҡ, наҙ һәм һөйөү кеүек мөһим төшөнсәләрҙе ҡатын-ҡыҙ образына бәләмәйҙәр. Тап ҡатын-ҡыҙ тормошобоҙҙо йәмләй, йорт йылыһын, ғаилә усағын һаҡлау менән бер рәттән, районыбыҙҙың төрлө өлкәләрендә тырышып хеҙмәт итә. Ошо матур байрам көнөндә беҙ ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, барлыҡ гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙҙәрен аямай алышҡан ветеран ҡатын-ҡыҙҙар, районыбыҙ өсөн тырышҡан тыл ветерандары алдында баш эйәбеҙ. Изгелекле, сабыр һәм оло йөрәкле булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Матур яҙғы байрам көнөндә Һеҙгә иң изге теләктәр яңғыраһын, һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың йылыһын һәм һөйөүен тойоп йәшәргә яҙһын. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, ә ир-егеттәрҙән, Һеҙгә ҡарата, тик һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре генә яңғыраһын!   Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.М. Абдуллин

Последние новости

УПРАВЛЕНИЕ ФЕДЕРАЛЬНОЙ НАЛОГОВОЙ СЛУЖБЫ ПО РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН

Уплатил налоги в срок - меньше транспортный налог

На цифровой платформе МСП.РФ запущен сервис «360°» для предпринимателей

АО «Корпорация «МСП» проводит работу по защите интересов предпринимателей в случае нарушения их прав в рамках участия в закупках,

Брикет в ведро с водой – и даже каменная почва легче пуха: чернозем завозить не придется

Со временем грунт, теряя полезные элементы, становится тяжелым и каменистым.

Домашний интернет: выбор для тех, кто ценит комфорт и качество

Высокая скорость, стабильное соединение и выгодные тарифы для всей семьи

На этом сайте представлены актуальные варианты, чтобы снять квартиру в Новотроицке на выгодных условиях

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *