С Днем работников нефтяной, газовой и топливной промышленности
Йыл һайын сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Хөрмәтле газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Йыл һайын сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан барлыҡ газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым!
Бөгөнгө көндә районда 9 ауылда 2047 шәхси йорт, 92 коммуналь объект тәбиғи газ менән файҙалана. 218 км газ үткәргестәрҙе һәм ундағы ҡоролмаларҙы Газпром газ бүлеү Өфө акционер ойошмаһының Белорет филиалы Бөрйән комплекслы бүлексәһе хеҙмәтләндерә.
Ҡалған ауылдарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу беҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Был йәһәттән эштәрҙе киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ.
Форсаттан файҙаланып рәхмәт һүҙҙәрен күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте, эш тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлашҡан тармаҡ ветерандарына еткерәм.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов
Последние новости
Шум, вибрации и перегрев: тревожные сигналы работы серводвигателя
Почему не стоит закрывать глаза на неполадки и как выбрать надёжный привод
От роботов до лифтов: где используются сервоприводы и почему они так важны
Открываем тайную жизнь устройств, которые двигают весь современный мир
Куда пойти с детьми в Уфе: 10 весёлых мест на выходные
Идеи для семейного отдыха в столице Башкортостана — от активных игр до познавательных музеев
Пошаговое руководство: как грамотно оформить первый микрозайм
Как взять кредит с умом и не пожалеть об этом спустя пару месяцев